ЭССЕ

Мин –уҡытыусымын!

Уҡытыусымын! Сәскә орлоҡтарым

Аҡыл емешенә әйләнгән.

Сөнки илем, халҡым киләсәге

Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.

Мин уҡытыусы! Эйе, уҡытыусы 18 йыл инде мин был һөнәрем менән бәхетлемен. Уҡытыусы һөнәренең бик етди һәм яуаплы булыуын бик яҡшы аңлайым. Уны йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәм, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә. Уҡытыусы уҡыусыларына йәшәү серҙәрен өйрәтә, насар юлға аяҡ баҫмаҫҡа, ата-әсәңде ихтирам итергә, Тыуған илеңде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә өйрәтә.

Уҡытыусы һөнәрен һайлағанһың икән, тыныс тормошто онотаһың. Уҡытыусы һәр саҡ үрнәкле, ғәҙел, сабыр, тотанаҡлы, сыҙам булырға кәрәклеген әсәйебеҙ беҙгә бәләкәйҙән үк ҡаныбыҙға һеңдергән. Беҙ өс ҡыҙ үҫтек. Өсөбөҙ ҙә уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Беҙҙең беренсе тәрбиәсебеҙ, уҡытыусыбыҙ, остазыбыҙ, берҙән-беребеҙ - әсәйебеҙ.

Ул 35 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Рәсәй федерацияһының мәғариф отличниғы, оло хөрмәткә лайыҡлы кеше.“ Һеҙ бит мәктәптә тәпәй баҫҡан балалар, һеҙгә тыумыштан уҡытыусы ҡаны һеңгән,“ – ти әсәйем әле лә. Ысынлап та, беҙҙең бала сағыбыҙ кескәй саҡтан үк мәктәптә үтте бит.

Мин кесе йәштән үк, әсәйемә эйәреп, дәрескә бара инем. Уның һәр һүҙен йотоп алырҙай булып, үҙемде уҡытыусы итеп тойоп, бөтә иғтибарымды уға йүнәлтәм. Минең дә әсәйем кеүек уҡытыусы булғым килә ине.

Һәр оло эштең нигеҙендә кескәй ғәмәл ята, ҙур күлдәр ҙә бәләкәй шишмәнән башлана, тиҙәр. Оло юлға алып сығыусы бәләкәй генә һуҡмаҡта ла тәүге аҙымдар яһатыусы, шишмә башыбыҙҙа тороусы, тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһарға ярҙам итеүсе кеше – уҡытыусы-әсәйебеҙ. Ниндәй генә заманда, осорҙа, быуатта йәшәһәк тә, иң матур үрнәк, иң яҡты маяҡ булып тора ул беҙгә.

Уҡытыусы!

Һиндәлер ул йөрәктәрҙең иң олоһо,

Һиндәлер ул йөрәктәрҙең иң йылыһы,

Бик яуаплы, ауыр һинең хеҙмәтең дә,

Тейешенсә күрһәң ине хөрмәтен дә.

Һәр бер кеше был ерҙә уҡытыусы була ала микән? Минеңсә, юҡтыр. Сөнки әлеге бөйөк һөнәргә иң-иңдәре, киң холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, бала йәнле һәм киң күңелле кешеләр генә лайыҡ тыр.

Уҡытыусы ҡулында кешелек бәхете. Ысын уҡытыусы булыр өсөн һөнәри белем генә етмәй. Иң мөһиме балаларҙы яратып эшеңә күңел йылыңды һалыу кәрәк! Уҡытыусы - һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә. Был бик ҡыйыу кешеләргә генә тәғәйенләнгән һөнәр.

Бөгөн ҙур ғорурлыҡ менән: “ Мин уҡытыусы!“ тип әйтә алам.

“ Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам,

Байрам кеүек миңә һәр көнөм.

Балалар һәм мәктәп – бар байлығым,

Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм .“

Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Хәҙер аңлайым: был минең булмышым, минең тормош юлым.

Күңелем бала сағыма әйләнеп ҡайта. Бала саҡ иҫтәлектәренән дә ғәзиз нәмә бармы һуң! Уларҙы тыныс ҡына иҫкә алып та, тулҡынланмай ғына һөйләп тә булмай.

Мәктәп йылдары... Каникулдар минең олатайым менән өләсәйем эргәһендә үтте. Атта йөрөү, бесән йыйыу эштэрендә олатайыма ярҙамсы була торғайным. Ул һәр саҡ атҡа ултырыу менән башҡорт көйҙәрен һуҙа ине. Беҙ башҡорттар, Тамьян ырыуынан. Һин онотма ҡыҙым, “- ти ине ул. Бесәндән ҡайтҡас, өләсәйҙең тәмле бәлештәре, ҡоймаҡтары әле булһа ла тәме ауыҙымда. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китеүемдең сәбәптәре лә олатайым, өләсәйемдең тормош һабаҡтары ла ярҙам иткәндер, тип уйлайым.

Үҫемлек - тамырҙан, йылғалар - шишмәләрҙән юл алған һымаҡ, кеше тормошо ла  ата-баба нигеҙенән, уларҙың йәшәү рәүешенән үрнәк алып, тырышлыҡтарын, ныҡышмалылыҡтарын, башҡорт халҡына ғына хас булған киң күңеллелек, алсаҡлыҡ сифаттарын күреп, үҙеңә көс-ҡеүәт алыуҙан башланалыр, моғайын.

Башҡортостанымда балаларҙы туған телемә өйрәтеүем менән бәхетлемен!

Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уҡытыусы булып мәктәп тупһаһын атлауыма ла 18 йылға яҡын ваҡыт уҙған. Күңелемдә һорауҙар тыуа: уҡыусыларға әсә наҙы бирерлек уҡытыусы була алдыммы? Дәүләт теле статусында булған башҡорт теленең нескәлектәрен, моңон, сафлығын, матурлығын балалар күңеленә еткерә аламмы? Был тыныс булмаған заманда уҡыусыларым кеше булып ҡалып, тормошта дөрөҫ юлды таба алырҙармы?

Мәктәбемә киләм. Башҡорт теле әҙәбиәте кабинетын асам. Күҙем кәштәләргә төшә. Йылдар буйына йыйылған папкаларым, ижади материалдарым… Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары, яҡташ яҙыусылар, уҡыусыларҙың ижади эштәре һ.б., һ.б. – бөтәһендә лә күңелем йылыһы, күҙ нурҙарым. Тел өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу арттырыу, башҡорт халҡының ғәжәп матур тел байлығын уҡыусы күңеленә тулыраҡ еткереү маҡсатында тел һәм әҙәбиәте кабинетында төрлө темаларға ярашлы методик күргәҙмә әсбәптәрҙе, папкаларҙы әленән-әле тулыландырып торам. Тиҙәйткестәр”, “Йомаҡтар”, “Ҡоштар”, “Башҡортостандың күренекле урындары”, “Тәбиғәт” һ.б. һүрәттәр, карточкалар ҡулланыу дәрестә яҡшы һөҙөмтә бирә.

Мин уҡыусыларыма белем биреүсе генә түгел, ә уларҙың ысын дуҫы ла, кәңәшсеһе лә. Улар дәрестә үҙ фекерҙәрен әйтәләр һәм башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһыналар. М.Аҡмулла, М.Кәрим, Р.Ғарипов ижадтары, С.Юлаев, М.Шайморатов генерал өлгөләре аша уҡыусыларымда башҡорт халҡына ғына хас булған сифаттарҙы тәрбиәләйем  һәм уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсәм. Уҡыусыларымда илһөйәрлек тойғоһон үҫтерергә тырышам. Башҡортостан тәбиғәте, йыл миҙгелдәре, ҡоштарҙың йылы яҡтарға китеүе, яңынан ҡайтыуы – былар бөтәһе лә күңелдәргә илһөйәрлек тойғоһо һала. Экскурсиялар, походтар балаларға тыуған ерен үҙ булмыштары менән тоташ бер төшөнсә итеп ҡабул итергә ярҙам итә. Аудиояҙмалар ҙа ҡурай моңо, ҡоштар һайрауын тыңлау уларҙың күңелен байыта. Кеше бит тәбиғәт балаһы. Урман-ҡырҙарыбыҙ, шишмә-йылғаларыбыҙ моңға тулы башҡорт телебеҙ булмаһа, киләсәк тә юҡ икәнлеген уҡыусылар күңеленә индерергә ынтылам.

Маҡсатым: һәр дәрестә бер яңылыҡ, асыш яһау.  Заман технологияларын, айырым алғанда, РОСТ технологияһын әүҙем ҡулланырға тырышам. Кабинетымда интернет селтәре булыу ҙа эшемдә ҙур ярҙам итә. Бигерәк тә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинселегем бар. Интерактив таҡта башҡорт яҙыусыларының ижадына байҡау яһарға ярҙам итә.

Һәр йылда үткәрелгән “Башҡортостан ынйылары”, Урал батыр cәсәндәр бәйгеһендә уҡыусыларым сығыш яһағанда ҡәнәғәтлек хисе кисерәм: эшемдең һөҙөмтәләрен тоям, тырышлығымдың бушҡа китмәгәнен аңлайым. Уҡыусыларым телдең нескәлектәрен тойорға өйрәнәләр, башҡорт теленең моңон һиҙемләйҙәр, матурлығын күңелдәренә һеңдерәләр.

Йылдар үтә. Ҡасандыр миңә асыҡ ҡараш менән ҡарап, йотлоғоп тыңлап ултырған балалар бөгөнгө көндә тыуған төйәгебеҙҙең төрлө өлкәләрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урындарын тапты.  Тимәк, мин бала күңеленә барып етерлек һүҙҙәрҙе таба алғанмын, тип әйтә алам.

Үҙ һөнәреңде яратып, хеҙмәтеңә күрә хөрмәтен тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бармы икән?! Уҡыусыларым ысын кеше булып үҫһәләр,тормошта үҙ урындарын тапһалар – был минең өсөн оло бәхет. Бөгөн: “ Мин - уҡытыусымын!“ – тип ғорур әйтә алам һәм ошо һөнәрҙе һайлауым менән бик бәхетлемен, балалар менән гөр килеп эшләүемә бик шатмын. Милләтебеҙҙең ныҡлығын, берҙәмлеген һаҡлаусы, телебеҙҙе яҡлаусы йәштәр ҡулында киләсәгебеҙ. Шундай быуынды тәрбиәләүҙә минең өлөшөм дә булыуына ғорурмын!

Ниндәй генә һүҙҙәр һайлаһам да

Әйтеп булмаҫ кеүек уйымды

Туған телем – ғорур башҡорт теле

 

Һаҡлар милләтемде, рухымды.

Скачать
Эссе 2.pdf
Adobe Acrobat документ 140.1 KB