Бөтәһе лә һеҙҙең өсөн

 

              уҡыусылар

Фонетик анализ  өлгөhө 

1. Һүҙҙe нисек ишетелә шулай, ижеккә бүлеп, яҙып алыу. 
2. Һүҙҙә нисә өн, нисә хәреф бар? 
3. Һуҙынҡы өндәpҙeң; ҡалын/нәҙеклеген, ә тартынҡыларҙың яңғырау /hаңғыраулығын, йомшаҡ/ҡатылығын билдәләү. 
Өлгө. Ебәк - [йэ – вәк]; 2 ижек, 4 хәреф, 5 өн е - [й] - тартынҡы, йомшаҡ, яңғырау [э] - hуҙынҡы, нәҙек б - [в] - тартынҡы, йомшаҡ, яңғырау ә - [ә] - hуҙынҡы, нәҙек к - [к] - тартынҡы, йомшаҡ, hаңғырау

 Морфологик анализ  

                             Исем

1.    Һорауы.

2.    Һүҙ төркөмө.

3.    Башланғыс  формаһы  (берлектә,  төп  килештә).

4.    Яһалышы  (тамыр, яһалма,  ҡушма).

5.    Яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исем.

6.    Һаны (берлектә, күплектә).

7.    Килеше.

8.    Эйәлек заты (әгәр булһа).

9.    Һөйләм киҫәге.

 

              Ҡылым

1 .Һорауы.

2. Һүҙ төркөмө.

3. Башланғыс формаһы (бойороҡ һөйкәлеше, берлектә, 2-се зат).

4. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма).

5. Барлыҡ- юҡлыҡ формаһы.

6. Заманы (үткән, хәҙерге, киләсәк).

7. Һөйкәлеше (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк).

8. Заты.

9. Һаны (берлектә, күплектә).

10. Һөйләм киҫәге.

 

                           Сифат

1.Һорауы.

2. Һүҙ төркөмө.

3. Башланғыс формаһы.

4. Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма).

5. Төп йәки шартлы сифат.

6. Дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу).

7. Һөйләм киҫәге.

 

                         Алмаш

1.    Һорауы.

2.     Һүҙ төркөмө.

3.    Башланғыс формаһы.

3.    Башланғыс формаһы.

4.    Ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштыра

5.     Төркөмсәһе (зат, эйәлек, һорау, күрһәтеү).

6.     Һаны килеше, заты (әгәр булһа).

7.    Һөйләм киҫәге.

                     Рәүеш

1.     Һорауы.

2.    Һүҙ төркөмө.

3.    Башланғыс формаһы.

4.    Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма).

5.    Төркөмсәһе (төп, ваҡыт, урын).

6.    Дәрәжәһе (әгәр булһа).

7.    Һөйләм киҫәге.

                                   Һан

 

1 .  Һорауы.

2. Һүҙ төркөмө.

3. Башланғыс формаһы (төп һан).

4 . Яһалышы (ябай, ҡушма)

5. Төркөмсәһе (төп, рәт, йыйыу, бүлем, сама, кәсер)

6. Һаны, килеше, эйәлек заты (әгәр исем урынында килһә).

7.  Һөйләм киҫәге.

Һөйләмгә  синтаксик  анализ

 1.    Һөйләмдең баш киҫәктәрен табырға, һүҙ төркөмдәрен асыҡларға.

2.    Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен табырға: тәүҙә эйә составын, һуңынан хәбәр составын тикшерергә, һүҙ төркөмдәрен асыҡларға.

3.    Хәбәр , өндәү, һорау һөйләм.

4.     Йыйнаҡ, тарҡау һөйләм.

5.    Ябай, ҡушма һөйләм.

6.    Тиң  киҫәкле (тиң эйәле, тиң хәбәрле,... әгәр булһа) һөйләм